Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛӘБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай

Просмотров: 375

ТҮЛӘБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта 2‑се Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 280 кеше; 1920 — 408; 1939 — 168; 1959 — 203; 1989 — 209; 2002 — 208 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы «“Иртөбәк” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Нуғай даруғаһы Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Йорт старшинаһы ярҙамсыһы Түләбай Байғолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ишбирҙе, 1‑се Түләбай булараҡ теркәлгән. 1866 й. 49 йортта 248 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019