Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛӘГӘН, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

ТҮЛӘГӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 105 км алыҫлыҡта Биәтъяҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 276 кеше; 1920 — 393; 1939 — 412; 1959 — 333; 1989 — 218; 2002 — 193; 2010 — 178 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1751 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 12 йортта 90 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 158 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019