Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛӘК, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 417

ТҮЛӘК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 285; 1939 — 154; 1959 — 147; 1989 — 154; 2002 — 142; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Моҡас/Оло Моҡас а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Түләк Ҡолоев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Тирис булараҡ теркәлгән. 1795 й. 20 йортта 130 кеше йәшәгән, 1865 й. 27 йортта — 168 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. ағас һаҡлау склады, мөгәзәй, борам м‑н сығыу урыны теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. Т.Х.Үҙәнбаева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019