Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮРБЕЙЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

ТҮРБЕЙЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 160 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 126 кеше; 1920 — 143; 1939 — 186; 1959 — 204; 1989 — 152; 2002 — 184; 2010 — 187 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙендә мариҙар нигеҙ һала, 1786 й. алып Түмәк исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Түмбәк булараҡ теркәлгән. 1865 й. 16 йортта 75 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019