Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮРЕШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 563

ТҮРЕШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Түреш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2438 кеше; 1920 — 2896; 1939 — 2043; 1959 — 1210; 1989 — 944; 2002 — 861; 2010 — 722 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Күҙәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1680 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1739 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмө, һуңыраҡ типтәрҙәр күсеп ултыра. 19 б. 2‑се ярт. Т. 18 б. уртаһында нигеҙләнгән Шөңкәй а. ҡушыла. Шулай уҡ Түреш‑Шөңкәй булараҡ теркәлгән. 1865 й. 229 йортта 1293 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, янғын һүндереү машинаһы, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019