Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮРЕШЛЕ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 353

ТҮРЕШЛЕ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Түрешле а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Түрешле й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 693 кеше; 1920 — 1085; 1939 — 1593; 1959 — 727; 1989 — 866; 2002 — 967; 2010 — 917 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ДЮСШ, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1883 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Тамбов губ. мордва һәм урыҫ күскенселәре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Т. (Ҡыҙылъяр) 114 йортта 880 кеше йәшәгән. Ел һәм һыу тирмәндәре, тимерлек, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1900 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, 2 ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019