Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫМБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ТЫМБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 43 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1200 кеше; 1920 — 1171; 1939 — 780; 1959 — 598; 1989 — 538; 2002 — 517; 2010 — 397 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 124 йортта 660 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре, ҡап тегеү, сабата үреү, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 тимерлек, 2 һыу тирмәне, шарап һәм 5 бакалея кибете теркәлгән. О.Г.Иркәбаев ошо ауылды тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019