Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Үрмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Оло Гүрҙе һәм Маты йй. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1722 кеше; 1920 — 1933; 1939 — 1514; 1959 — 832; 1989 — 555; 2002 — 506; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыҫ мәктәп (Үрмәт төп мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1620 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр урынлаша). Тәүге төпләнеүсе Тыпый Биҙәргәнов исеме м‑н аталған. 1749 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар, 1762 й. һәм 1783 й. араһында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 232 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 225 йортта — 1124 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй, иген ҡабул итеү пункты теркәлгән. С.Ш.Поварисов, Ғ.Х.Сираев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019