Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫЧИНА Павло

Просмотров: 409

ТЫЧИНА Павло (Павел Григорьевич) (27.1.1891, Чернигов губ. Пески а. — 16.9.1967, Киев), шағир. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). Украина ССР‑ы ФА акад. (1929). “Ҡояшлы кларнеттар” (“Солнечные кларнеты”; 1918), “Берҙәм ғаилә тойғоһо” (“Чувство семьи единой”; 1938), “Үҫ, гүзәл донъя” (“Расти, прекрасный мир”; 1960) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Б.В. һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәй (1941—43). “Йәшен” (“Гроза”; 1943) шиғырында, башҡ. фольклоры мотивтарын һәм тарихи факттарҙы ҡулланып, Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тормошоноң киң панорамаһын кәүҙәләндерә. “Сәйфи Ҡудашҡа” (“Сайфи Кудашу”; 1943) шиғырында башҡ. халҡына булған һөйөүен сағылдыра. Шиғырҙарын Б.Бикбай, С.Кулибай, Ғ.Й.Рамаҙанов, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. М.Ғафури, Б.Бикбай, С.Ҡудаш һ.б. әҫәрҙәрен украин теленә тәржемә иткән. Башҡорт әҙәбиәте т‑да мәҡәләләр, “Мәжит Ғафури ижадында патриотизм” (1942; башҡортса тәржемәһе 1943) китабы авторы. Сталин пр. (1941), Украин ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Дәүләт пр. (1962) лауреаты. Өфөлә Украин ССР‑ы Фәндәр академияһы Президиумы урынлашҡан бинаға һәм Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шиғырҙар. Өфө, 1961.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019