Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТӘТЕШЛЕ ХӘБӘРЛӘРЕ”

Просмотров: 133

“ТӘТЕШЛЕ ХӘБӘРЛӘРЕ” (“Тәтешле хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Тәтешле р‑ны Үрге Тәтешле а. аҙнаһына 2 тапҡыр татар һәм урыҫ (“Татышлинский вестник”) телдәрендә сыға. 1935 й. февр. алып татар телендә “Юлбашсы”, 1936 й. — “Вперёд” исеме м‑н удмурт телендә; “Коммунизмға” исеме аҫтында 1950—91 йй. — татар һәм 1956—91 йй. удмурт телдәрендә нәшер ителә; 2002 й. ғин. алып татар һәм урыҫ телдәрендә “Маяк” исеме м‑н сыға, марттан хәҙ. исемен йөрөтә. 2007–16 йй. айына ике тапҡыр башҡ. телендә “Аҡ тирмә” ҡушымтаһы баҫыла. 1964—67 йй. гәзит нәшер ителмәй.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019