Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘХРЕТДИНОВА Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы

Просмотров: 409

ФӘХРЕТДИНОВА Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.8.1938, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Төкән а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) 1972 й. тиклем Стәрлетамаҡ, 1975 й. башлап Өфө ҡала тире-венерология диспансерҙарында эшләй. 1978 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тының дерматовенерология курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге енси юл аша йоҡҡан инфекциялар, микроспория, тире ауырыуҙарының һ.б. эпидемиологияһын, клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙы дауалауға, иҫкәртеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында микроспория, псориаз ауырыуы м‑н ауырығандарҙы дауалау ысулы һәм Microsporum canis үрсетеү өсөн туҡлыҡлы мөхит булдырыла. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (2004 й. алып).

Х е ҙ м.: Диагностика и лечение наиболее часто встречающихся неотложных состояний в дерматологии. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019