Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК ТАРИХ АРХИВЫ

Просмотров: 637

ҮҘӘК ТАРИХ АРХИВЫ, 1922 й. Өфө губерна архивы (1919) м‑н АСБР Архивы (1920) нигеҙендә БАССР‑ҙың Үҙәк архивы булараҡ ойошторола, 1939 й. алып БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы, 1991 й. башлап БР‑ҙың Ү.т.а., 2015 й. Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы м‑н ҡушылғандан һуң БР Милли архивы. Документтар ҡабул итеү, комплектлау, иҫәбен алып барыу, һаҡлау һәм файҙаланыу, консультация биреү, халыҡтың, төрлө учреждение һәм ойошмаларҙың ихтыяждарын үтәү м‑н шөғөлләнә. Ү.т.а. 1749—2014 йй. тупланған 4747 фонд (1,3 млн һаҡлау берәмеге; 2015) иҫәпләнә; уларҙа Өфө наместниклығы, Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһының адм., хәрби, суд, хужалыҡ учреждениелары, ш. иҫ. Ырымбур ген.‑губернаторы һәм Өфө граждан губернаторы (1769—1877) канцеляриялары, Ырымбур ҡаҙна палатаһы, Ырымбур мосолман диниә назараты, Өфө губерна статистика ком‑ты, совет осорондағы дәүләт власы органдары, халыҡ хужалығы ойошма һәм пр‑тиелары, халыҡ мәғарифы, мәҙәниәт, фән, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары документтары һ.б. һаҡлана. Документтарҙы цифрлаштырыу, мәғлүмәт эҙләү системаларын автоматлаштырыу б‑са эш алып барыла. Архив тарафынан “Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы һәм идара итеү органдары (1917— 1970 йй.): ҡыҫҡаса белешмә” [“Органы государственной власти и управления Республики Башкортостан (1917— 1970 гг.): краткий справочник”; 2001], “Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше тарихы (1708—2001)” [“История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001)”; 2003], “Ә.Ә.Вәлидов — Башҡортостан автономияһын ойоштороусы. Рәсәйҙә федерализм башланғысы (1917—1920)” [“А.А.Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920)”; 2 киҫәктә, 2005—2011], “Мәңгегә Рәсәй менән” (“Навеки с Россией”; 2 томда, 2007—08), “Туғандаш Башҡортостан ерендә” (“На братской земле Башкортостана”; 2010), “Башҡортостандың 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә индергән өлөшө” (“Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года”; 2012), “Башҡортостан Беренсе донья һуғышы йылдарында” (“Башкирия в годы Первой мировой войны”; 2014) һ.б. документ һәм материалдар йыйынтыҡтары баҫтырыла. 3 китапта “Башҡортостандың торама пункттары” белешмәләр серияһы яңынан баҫтырыла: “1866 йылғы мәғлүмәттәр буйынса торамалар исемлеге. Ырымбур губернаһы” [“Список населённых мест по сведениям 1866 года. Оренбургская губерния”, СПб., 1871; 2006 й. тулыландырып, “Ырымбур губернаһы, 1866” (“Оренбургская губерния, 1866”) исеме м‑н яңынан баҫтырыла], “1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса торамалар исемлеге. Өфө губернаһы” [“Список населённых мест по сведениям 1870 года. Уфимская губерния”, СПб., 1877; 2002 й. XIX б. уртаһында халыҡ иҫәбен алыуҙың архив документтары нигеҙендә тулыландырып, “Өфө губернаһы, 1877” (“Уфимская губерния, 1877”) исеме м‑н яңынан сығарыла], “Башҡортостан республикаһының торама пункттар исемлеге” [“Список населённых пунктов Башреспублики”, Өфө, 1926; 2002 й. “Башҡортостан республикаһы, 1926” (“Башреспублика, 1926”) исеме м‑н яңынан баҫтырыла]. Дир.: Б.А.Гинзбург (1919 й. алып), Р.Х. Йәнекәев (1920 й. алып), И.П. Кондратьев (1922 й. алып), В.Д.Галанов (1924 й. алып), С.В.Андреев (1925 й. алып), Н.А.Земляков (1928 й. алып), М.А. Мосягин (1941 й. алып), У.З.Сәлимов (1942 й. алып), М.П.Петров (1959 й. алып), Л.А.Пакутина (1975 й. алып), А.А.Хисмәтуллин (1986 й. алып), Р.Р. Әлмөхәмәтов (1994 й. алып), Р.З. Ширғәзин (1998—2015). Шулай уҡ ҡара: Архивтар.

Л.Ф.Григоренко

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019