Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УГЛЕВОДТАР

Просмотров: 619

УГЛЕВОДТАР, ш ә к ә р ҙ ә р, тере организмдар составына ингән полигидроксикарбониллы берләшмәләр һәм уларҙың сығарылмалары. Моно‑ (полигидроксиальдегидтар, углеродтың 3 — 9 атомынан торған, карбониллы, гидроксил төркөмдәр м‑н бәйле, һыҙыҡлы сылбырлы кетондар), олиго‑ (гликозид бәйләнештәр м‑н тоташҡан 2—20 моносахарид), поли‑ (углевод тәбиғәтле булмаған алыштырыусылары булған моносахарид ҡалдыҡтарынан торған һыҙыҡлы йәки тармаҡлы полимерҙар) сахаридтарға бүленә. Моносахаридтарға арабиноза, галактоза, глюкоза, ксилоза, манноза, рибоза, фруктоза; ш. уҡ дезокси‑ (1 йәки бер нисә гидроксил төркөм водород атомы м‑н алыштырылған), амино‑ (аминотөркөм) шәкәрҙәр, юғары (сылбыр оҙонлоғо 6 углерод атомынан ашыу) һәм тармаҡланған шәкәрҙәр, күп атомлы спирттар (моносахаридтарҙың карбониллы төркөмдәрен тергеҙеү юлы м‑н барлыҡҡа килгән), урон к‑талары (моносахаридтарҙың беренсел спирт төркөмө карбоксилға тиклем окисланған) инә. Олигосахаридтарҙан дисахаридтар (сахароза, трегалоза, лактоза), гликозидтар киң таралған. Полисахаридтар юғары үҙлекле һыулы эретмәләр, гелдәр йәки юғары тәртипкә килтерелгән молекулаларҙан юғары булған структуралар; полипептидтар м‑н берләшкәндә — гликопротеиндар барлыҡҡа килә. Үҫемлектәрҙә моносахаридтар булып фотосинтездың беренсел продукттары, гликозидтар, полисахаридтар һ.б. матдәләр (аминокислоталар, май к‑талары, полифенолдар һ.б.) биосинтезының башланғыс берләшмәләре тора. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең ҡаты күҙәнәк көбө целлюлозанан, гемицеллюлозанан һ.б.; бактерияларҙыҡы — пептидогликандан (муреиндар); бәшмәктәрҙең һәм быуын тығаяҡлыларҙың тышҡы япмаһы — хитиндан төҙөлгән. Хайуандар һәм кешенең организмында терәк функцияларҙы сульфатланған һәм сульфатланмаған мукополисахаридтар (гликозаминогликандар); күп күҙәнәкле диңгеҙ ылымыҡтарында — сульфатланған галактандар йәки гетерополисахаридтар; ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үҫеүсе һәм һутлы туҡымаларында — пектиндар башҡара. Күҙәнәк тышы У. иммунологик реакцияларҙың (ҡандың төркөм матдәләре, бактериаль антигендар) һәм күҙәнәктәрҙең вирустар м‑н үҙ‑ара тәьҫире үҙенсәлеген билдәләй. Углевод структуралар аталандырыу, туҡыма бүленеүе осрағында күҙәнәктәрҙе таныу, сит туҡымаларҙы айырыу һ.б. ҡатнаша. У. — кеше рационының төп өлөшө булып тора, медицинала, аҙыҡ өҫтәмәләре булараҡ, этил спирты, аҙыҡ кислоталары, химик сүстәр, шартлаусан матдәләр һ.б. өсөн сеймал сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50 — 70‑се йй. Биология институтында анаэробиоздың һаҡлаусы һәм запас матдәләрҙең, ш. иҫ. олигосахаридтарҙың, синтез процестарына (Л.И.Сергеев, К.А.Сергеева һ.б.), 70—80‑се йй. — шәкәр сөгөлдөрөнөң тамыраҙыҡтарында шәкәрлелекте күтәреү һәм шәкәр туплау процестарына ашламаларҙы локаль индереүҙең (В.К.Ғирфанов, В.К.Трапезников һ.б.) тәьҫире өйрәнелә. 90‑сы йй. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында (Н.Р.Елаев, А.Н.Зимницкий һ.б.), БДМУ‑ла (С.А.Башкатов, Ф.Х.Камилов, Ш.М.Сафин һ.б.), Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (В.Н.Одиноков, И.Ю.Понеделькина һ.б.), Органик химия ин‑тында (Ю.Б.Монаков, В.Н.Ураҙбаев һ.б.) гликозаминогликандар класына ингән гетерополисахаридтарҙың организмдарҙың биохимик адаптацияһы процестарындағы; тәбиғи полисахаридтарҙың яңы дарыу препараттары һәм материалдары булдырыуға йүнәлтелгән химик модификация роле тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: Тәбиғи шәкәрҙәр.

Әҙәб.: К о с е н к о Е.А., К а м и н с к и й Ю.Г. Углеводный обмен, печень и алкоголь. Пущино, 1988; Трансформации глицирризиновой кислоты. Синтез гликопептидов монометилового эфира глицирризиновой кислоты, проявляющих противовоспалительное и иммуностимулирующее действие /Г.А.Толстиков [и др.] //Биоорганическая химия. 1989. Т.15. №3; Научные основы химической технологии углеводов. М., 2008.

М.И.Ғарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019