Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК УНИВЕРМАГ

Просмотров: 660

ҮҘӘК УНИВЕРМАГ, сауҙа үҙәге, ААЙ. Ҡуртымға майҙандар биреү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 4,3 мең м2 булған бинаны, ш. иҫ. 3,6 мең м2 майҙанлы сауҙа залдарын биләй. Машиналар ҡуйыу урыны бар. 2010 й. 13 кеше эшләгән; 2,0 мең м2 сауҙа майҙаны ҡуртымға бирелгән. 1907 й. ағалы-ҡустылы сауҙагәр Кәримовтарҙың “Мода‑галантерея магазины” һәм сауҙагәр С.С.Шәмғоловтың мануфактура магазины булараҡ төҙөлә, 1930 й. башлап 1‑се ҡала торгының 27‑се универсаль магазины, 1941 й. — СССР Сауҙа ХК‑ның Сәнәғәт тауарҙары м‑н һатыу иткән универсаль магазиндар баш идаралығының үҙәк универсаль магазины, 1956—68 йй. һәм 1971—93 йй. — Өфө үҙәк универсаль магазины, 1968—71 йй. “Яҙ” сауҙа фирмаһы, 1993 й. алып хәҙ. исемдәге ЯАЙ, 2004 й. хәҙ. статусын йөрөтә. Универмаг бинаһы — архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019