Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УҘАҠ МЕНӘН ТУҘАҠ —БАЛАБӘШНӘК ЯРСЫҒЫ”

Просмотров: 158

“УҘАҠ МЕНӘН ТУҘАҠ БАЛАБӘШНӘК ЯРСЫҒЫ” (Уҙаҡ‑Туҙаҡ — балабәшнәк ырыуының һуңғы вәкиле), башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1981 й. Мәсетле р‑ны Йонос а. Н.Д.Шоңҡаров тарафынан Р.М.Әхтәровтан яҙып алынған. Әҫәрҙә ҡыпсаҡтар м‑н бәшнәктәрҙең көрәше, һуңғыларының еңелеүе һәм Уралға күсеп килеүе сағыла. Бәләкәй бәшнәктәрҙең (балабәшнәктәрҙең) берҙән‑бер иҫән ҡалған вәкилдәре Йәноҙаҡ ҡарт м‑н Уралбикә ҡарсыҡ ырыуҙарын дауам итер өсөн Хоҙай Тәғәләнән игеҙәк улдар биреүен теләп ялбара. Бер малайҙары тыуғас, уға ике исем бирәләр: Уҙаҡ (иш) һәм Туҙаҡ (пыран‑ заран килтереү). Геройҙың ҡылыҡһырламаһы, уның баһадирҙарса бала сағы төрки, ш. иҫ. башҡ., героик эпосы традицияларына тап килә. Уҙаҡ‑Туҙаҡ идеаль герой, ырыу йолаларын һәм традицияларын, атаһының үтенестәрен һәм кәңәштәрен еренә еткереп үтәүсе итеп һүрәтләнә. Ул тәбиғәт рухтарын хөрмәт итә, шуға күрә уларҙан яҡлау таба. Атаһының үлер алдынан әйткән Ер‑һыу аллаһын табырға тигән теләген үтәп, герой кешеләрҙең тәбиғәт м‑н гармоник һыйышып йәшәү кәрәклеген аңлай. Эпос тексы Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 4‑се т. Эпос. Өфө, 1999; С а г и т о в М.М. О башкирском эпосе “Узак‑Тузак — последний из рода балабашняков” // Башкирский фольклор: исслед. послед. лет. Уфа, 1986.

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019