Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЙТАШ, тау

Просмотров: 527

УЙТАШ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы р‑ны Аҙнаш а. эргәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 874,5 м. Формаһы конус рәүешендә. Ашалыу йоғонтоһонда рельефында ҡалдыҡ тауҙар барлыҡҡа килгән. Өҫкө рифейҙың ҡурташ свитаһы кварциттарынан, мусковит‑кварцлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт. Эндемиктар — Гмелин һыйыр теле, пермь аҡ умырзаяһы һәм урал ҡамғағы; реликттар — гибрид кәрләс һәм ялған яран осрай.

 

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019