Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКРАИНА

Просмотров: 706

УКРАИНА, У к р а и н а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 576,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Киев. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 42,9 млн кеше (2014): украиндар (77,8%), урыҫтар (17,3%) һ.б.; 4,2 мең башҡорт йәшәй (2001). Рәсми тел — украин теле. Диндарҙарҙың күпселеге православие христиандары.

БР‑ҙың У. м‑н бәйләнештәре РФ һәм У. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Львов өлк. дәүләт хакимиәте араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (1999), БР һәм Львов өлк. Сауҙа‑сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек (2000), Украина ФА һәм БР ФА араһында фәнни хеҙмәттәшлек (2012) т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. У. РФ‑тағы илселәренең (2001, 2007, 2011), У. РФ‑тағы илселеге советник-илсеһенең (2010), Львов өлк. (2000), Киев хакимиәттәре делегацияларының (2005), У. милли ФА‑ның (2011) Башҡортостанға; БР делегацияһының У. Луганск (1999) һәм Львов (2000) өлк., Киев ҡ. (2004), БР ФА‑ның (2012) рәсми визиттары була. БР һәм У. Львов өлк. башҡарма власы органдары араһында Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек б‑са эшсе төркөм эшләй (Өфө, 2007 й. алып). У. делегаттары 1—4‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә У. өлөшөнә 3% (2010) тура килә. БР м‑н У. тышҡы сауҙа әйләнеше 409,4 млн АҠШ доллары тәшкил иткән. БР‑ҙың У. экспорты — 329,2 млн доллар; уның тауар структураһында минераль продукттар, яғыулыҡ, ҡара металл һ.б. бар. У. ядро реакторҙары, ҡаҙандар, ҡорамалдар һәм механик ҡоролмалар, ҡара металл импорты — 80,2 млн доллар. Төп экспортлаусы пр‑тиелар — Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы, “Благовар” ДУП‑ы, “Газпром нефтехим Салават”, “Каустик”, Нефтекама автозаводы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Сода”, “Уфанефтехим” ААЙ‑лары һәм башҡалар. 2004 й. БР‑ҙа У. капитал йәлеп иткән 14 берлектәге предприятие эшләй. Өфөлә үткән “Агрокомплекс” (2004, 2005, 2008, 2010, 2012) “Газ. Нефть. Технологиялар” (2005—08) һ.б. махсус халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә У. пр‑тиелары продукцияһы ҡуйылған. 2009 й. “Данлы һыбайлылар юлынан” акцияһы сиктәрендә БР делегацияһы Луганск өлк. Петровское ҡ. “Башҡорт атлылары скверы”н (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) асыу тантанаһында ҡатнаша.

Башҡортостан м‑н У. араһында борондан килгән тарихи бәйләнештәр бар. 9 б. боронғо башҡ. ҡәбиләләре бәшнәк берлеге (ҡара: Бәшнәктәр) составында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына, хәҙ. У. терр‑яһына килеп ултырған (ҡара: Боронғо венгрҙар). Башҡорттар 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнашҡан (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте). 18 б. уртаһында Ырымбур губернаһында украиндарҙың даими торамалары барлыҡҡа килә. Ватан һуғышы (1812) ваҡытында 7—20‑се башҡорт полктары Волга буйы ополчениеһы составында Волынск губ. булған. Граждандар һуғышы осоронда У. терр‑яһында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы, 1920 й. Совет‑Польша һуғышында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы һуғышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында У. азат итеүҙә Идрица уҡсылар дивизияһы, Кременчуг‑Александрия уҡсылар дивизияһы, Кременчуг миномёт полкы, Львов миномёт полкы, мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, Перекоп уҡсылар дивизияһы, 16‑сы Чернигов кавалерия дивизияһы һ.б. ҡатнашҡан; В.Ғ.Ғәлимов, М.Х.Ғөбәйҙуллин, С.С.Овчаров, К.Е.Парамонов, В.Д.Паширов, Н.К.Романов, Х.Ш.Әһлиуллин һ.б. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. 1941—42 йй. БАССР‑ға Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының Президиумы һәм күпселек ин‑ттары, Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Киев опера һәм балет акад. театры, Украина СССР‑ының композиторҙар, яҙыусылар, рәссамдар, архитекторҙар союздары һ.б. эвакуациялана. Респ. эвакуацияланған ҡайһы бер сәнәғәт пр‑тиелары базаһында заводтар асыла (ҡара: “Авангард”, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, “Уфахимпром”, “Электроаппарат” һ.б.). БАССР Украина ССР‑ының Ворошиловград өлк. халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтә. 1986 й. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә респ. белгестәре ҡатнаша, уларҙың ҡайһы берҙәре, ш. иҫ. Н.Т.Антошкин, дәүләт наградаларына лайыҡ була. Кременчуг, Лисичанск НЭЗ‑дарында БР‑ҙа эшләнгән технологиялар б‑са —нефть ҡыуҙырыу, Кременчуг, Одесса НЭЗ‑дарында — битум етештереү ҡулайламалары, Одесса НЭЗ‑ында этилланмаған бензин алыу технологияһы һ.б. индерелә.

Байтаҡ украин яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡорт теленә, башҡ. яҙыусыларының әҫәрҙәре украин теленә тәржемә ителгән (ҡара: Украин әҙәбиәте). РСФСР‑ҙа, ш. иҫ. Өфөлә (1969), украин әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары, Украина ССР‑ында Башҡ. әҙәбиәте аҙналығы (1970), БАССР‑ҙа Украин әҙәбиәте көндәре (1979), Запорожье өлк. Башҡ. әҙәбиәте көндәре (1978) һ.б. үткәрелгән. Өфөлә Украина ССР‑ы бейеү ансамбле (1962), Т.Г.Шевченко ис. Днепропетровск дәүләт муз.‑драма театры (1970), И.Франко ис. Ивано‑Франковск өлкә украин муз.‑драма театры (1971), О.Кобылянский ис. Черновицк муз.‑драма театры (1978), Т.Головчанская ис. Киев муз. комедия театры (1981), Т.Г.Шевченко ис. Черкасск муз.‑драма театры (1982) гастролдәре була. Башҡорт драма театры артистары Бөтә Союз театр фестивалендә М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са ҡуйылған спектакль м‑н сығыш яһай (Киев, 1987). Нестеров М.В. исемендәге художество музейында украин рәссамдарының графика күргәҙмәләре, Львов этнография музейы коллекциялары нигеҙендә ойошторолған “Украин сәнғәте” күргәҙмәһе үтә (1991).

У. “Салауат” Киев башҡ. милли үҙәге, “Ҡоролтай” башҡ. милли үҙәге (Харьков ҡ.), “Нур” татар‑башҡ. йәштәре үҙәге (Киев) эшләй. БР‑ҙа 39,9 мең украин йәшәй (2010); Башҡортостан украиндарының “Кобзарь” респ. милли‑мәҙәни үҙәге, БР украин йәштәренең “Пласт” союзы (1998 й. алып), “Золотоношка” украин тарихи‑мәҙәни үҙәге (1999 й. алып) бар; Башҡортостан украиндары съездары (1992 й. алып), йыл һайын респ. “Шевченко уҡыуҙары” (1991 й. алып) үткәрелә. 1993 й. башлап Өфөлә Т.Г.Шевченко ис. украин халыҡ мәктәбе, 1996 й. — “Злагода—Берҙәмлек” Милли украин йәкшәмбе мәктәбе; Салауат ҡ. 15‑се урта мәктәп базаһында йәкшәмбе мәктәбе эшләй; украин теле туған тел булараҡ БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Золотоношка а. урта мәктәбендә уҡытыла. У. тыуып үҫкән Д.Д.Бурлюк, М.Я.Воловик, В.С.Горбунов, И.Ф.Заянчковский, Л.Л.Каневский, А.Ф.Кудряшёв, В.И.Малюшин, К.С.Минскер, Р.Д.Оболенцев, М.С.Орданский, С.И.Руденко, А.И.Свидерский, Л.Н.Стреляева, Б.М.Эльцин һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019