Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛТЫРМАЛАР

Просмотров: 559

УЛТЫРМАЛАР (геол.), боронғо ултырма ҡатламдар (тау тоҡомдары) һәм хәҙ. кәүшәк ултырма тоҡомдар. Термин тоҡомдар комплексының стратиграфияһын йәки йәшен билдәләү (мәҫ., өфө ярусы У.), уларҙа булған файҙалы ҡаҙылмаларҙы теркәү (нефтле, күмерле У.), барлыҡҡа килеү ысулын (аллювиаль, күл, ел У.) күрһәтеү өсөн ҡулланыла. БР терр‑яһы йәше (өҫкө протерозой — өҫкө пермь) һәм барлыҡҡа килеүе (диңгеҙ, диңгеҙ ҡултығы, континенталь) төрлө булған, цементлап берләштерелгән боронғо У. тора, улар мезозой — кайнозойҙың кәүшәк ултырма тоҡомдар япмаһы м‑н ҡапланған.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019