Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УПҠАНКҮЛ, төбәк

Просмотров: 654

УПҠАНКҮЛ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Асҡын р‑ны Упҡанкүл а. көньяҡ ситендә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 3 га. Күл‑һаҙлыҡ комплексынан ғибәрәт, ш. уҡ исемле күлде һәм карстан барлыҡҡа килгән һаҙлыҡты үҙ эсенә ала. Ағар төбәк, һыу кимәле күтәрелгәндә Ҡурғаш й. (Ҡариҙел й. басс.) ағып сыға. Тирә‑яҡ ландшафы кәҫле көлһыу һәм болон‑ҡара тупраҡтарҙағы ҡайын урманынан тора. Күлдең көнбайыш һәм көнсығыш ярҙарын йөҙөп йөрөгән күрәнле, күрән‑үлән‑һаҙ мүкле һәм ҡыуаҡлы (лапланд талы, көлһыу тал һ.б.) һаҙлыҡтар ҡаплаған. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: инглиз ысыҡ үләне һәм һаҙ хаммарбияһы.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019