Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УПҠАНКҮЛ, күл

Просмотров: 413

УПҠАНКҮЛ, Ҡариҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,1 км2, оҙонлоғо 2,5 км, киңлеге 150— 180 м. Иҫке үҙән, формаһы даға һымаҡ. Һыу кимәле күтәрелгәндә Ҡариҙел й. м‑н ҡушыла. Ҡатнаш туйына. Тирә‑яҡ ландшафы киң япраҡлы урмандарҙан тора; көнсығыш ярҙарында — болондар, көнбайышында ҡара ерек үҫкән һаҙлыҡтар таралған. Яр буйын күл ҡамышы, ябай уҡъяпраҡ һ.б. ҡаплаған, һары томбойоҡ, аҡ томбойоҡ, себер һыу сәтләүеге, һыу үләненең төрлө төрҙәре үҫә.

Әҙәб.: Озеро Упканны‑Куль — памятник природы Башкирии. Уфа, 1963.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019