Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҠ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 358

УРАҠ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Атарша а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Оло Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 144 кеше; 1920 — 240; 1939 — 528; 1959 — 375; 1989 — 270; 2002 — 243; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Яңы Балаҡатай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Бала‑Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1748 й. башлап) билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ураҡ Сураҡов исеме м‑н аталған. 1795 й. 13 йортта 53 кеше йәшәгән, 1865 й. 11 йортта — 65 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1939 й. У.а. (240 кеше), Совхоздың Ураҡ фермаһы ҡасабаһы (288 кеше) иҫәпкә алынған, 1959 й. — У. (8 кеше), Совхоздың Ураҡ фермаһы ҡасабаһы (367 кеше). 60‑сы йй. ауылға Совхоздың Ураҡ фермаһы ҡасабаһы (30‑сы йй. Аллағуз с‑зы ойошторолған ваҡытта нигеҙләнгән) ҡушылғандан һуң Совхоздың Ураҡ фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2007 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019