Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҠСИНА Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы

Просмотров: 377

УРАҠСИНА Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы (19.10.1950, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Яңы Яппар а. — 23.8.2015, Өфө), шағирә. Филол. ф. канд. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1991), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Сибай пед. уч‑щеһында, 1992—95 йй. Рәми Ғарипов ис. 1‑се гимназия‑интернатында уҡыта, 1996 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында дир. урынбаҫары, 2000 й. башлап БР‑ҙың Әҙәби музейында бүлек мөдире. 2002—07 йй. М.С.Щепкин ис. Юғары театр уч‑щеһында (Мәскәү), 1995 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДПУ‑ла уҡыта. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. “Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1992 й. сыға. “Тәмле‑тәмле‑тәмлекәс” (1996), “Бәпес ҡоймағы” (2005) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарында халыҡ уйындары, ғөрөф‑ғәҙәт, йола мотивтары ҡулланылған. “Балалар фольклоры” (1994—1996) йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. У. башҡ. теленә тәржемәһендә респ. театрҙарында Ф.А.Кониҙың “Гусар ҡыҙ” (“Девушка‑гусар”), Мольерҙың “Дон Жуан”, С.А.Найдёновтың “Ванюшиндың балалары” (“Дети Ванюшина”), Э. Ростандың “Романтиктар” (“Романтики”), У.Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), Б.Шоуҙың “Кеше һәм ҡорал” (“Человек и оружие”) һ.б. спектаклдәре ҡуйыла. Шиғырҙарына С.Ә.Низаметдинов һ.б. композиторҙар йырҙар яҙған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йомро‑йомро Ер шарым. Уфа, 2001; Слово. Театр. Жизнь. Культура башкирской речи. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Әҙәб.: Я й ы ҡ б а е в К.Я. Мәғрифәтсе, мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре: тарихи‑педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр. Өфө, 2003.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019