Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ АЛДЫ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

Просмотров: 360

УРАЛ АЛДЫ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡатлам (блок‑ҡатлам) һыуҙарын үҙ эсенә ала, Көнсығыш Европа ҡатлам һыуҙары басс. системаһының 1‑се дәрәжәле бассейны. Киңлеге 40—70 км. Урал алды бөгөлө сиктәрендә урынлашҡан. Пермь, карбон һәм девондың терриген (ҡомташ, аргиллит, конгломерат), карбонат (эзбизташ, доломит, мергель) һәм галоген (ангидрит, гипс, галит) ултырмаларында У.а.ҡ.б. һыулы горизонттары ҡатлам тибындағы ер аҫты һыуҙарының күҙәнәкле, күҙәнәкле‑ярыҡлы, ярыҡлы, ярыҡлы‑карслы кластарынан тора. Һыуға сыҙамлы балсыҡ һәм галоген ҡатламдары (ҡын‑доманик, визе, верей, көңгөр) м‑н бүленгән 10 гидрогеология комплексы айырыла. Улар араһында иң ҡалыны — У.а.ҡ.б. өҫкө һәм аҫҡы гидрогеологик ҡаттарға бүлгән һыуға сыҙамлы көңгөр галоген ҡатламы (50—300 м һәм артығыраҡ). Өҫкө ҡатында (ҡалынлығы 50—500 м) аҫҡа табан сульфатлы (1—20), сульфат‑хлоридлы (5—35 г/л) һыуҙар м‑н алмашынған гидрокарбонат кальцийлы, натрий‑кальцийлы, натрийлы һыуҙар (минераллашыуы 1 г/л тиклем) үҫешкән. Уларҙағы газ составы (кислород‑азот, азот) окисланған геохимик шарттарға бәйле. Аҫҡы ҡатында төрлөсә барлыҡҡа килгән юғары баҫымлы башлыса хлоридлы тоҙло һыуҙар (седиментоген, инфильтроген, ҡатнаш) ята, тоҙ концентрацияһы 250—300 г/л тиклем һәм унан да күберәк, газ составы (H2S, CO2, CH4, N2) геохимик кислородһыҙ мөхит, ҡатмарлы һыу алмашыныу һәм ер аҫты режимының торғонлоғо м‑н билдәләнә. У.а.ҡ.б. гидрогеологик шарттары тектоник боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарлашҡан. У.а.ҡ.б. арҡыры киҫелешендә гидрогеохимик һәм гидрогеотермик аномалияларҙы барлыҡҡа килтергән 4—10 өҙәр боҙоҡлоҡ (тәрәндәге һыуҙарҙың миграция юлдары) айырыла. Гидрогеохимик һәм гидрогеотермик аномалияларҙың күбеһе Ағиҙел депрессияһында урынлашҡан, уның төньяҡ өлөшөндә — Тирәкле, Аҫҡын, Ташаҫты һәм Красноусол, көньяғында Байғужа, Иртөбәк, Бөркөт, Яманбүләк һәм Яҡут аномалиялары айырыла. Красноусол аномалияһы үҙенсәлекле, уның сиктәрендә тәбиғи һәм яһалма барлыҡҡа килгән урғылыусы 3 сығанаҡ төркөмө (190 м тиклем тәрәнлектәге скважиналар) урынлашҡан (ҡара: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары). Йүрүҙән‑Сылва депрессияһының боҙоҡлоҡтар зонаһында 5 аномалия (Яңыбай, Балаҡатай, Рухтин, Ҡутҡантау һәм Ҡорғаҙаҡ) теркәлгән. Әртә карбонат тоҡомдарындағы һыу сығанаҡтарына бассейндағы макс. т‑ра (20—21°С тиклем), ҡатнаш иондар составы, юғары бром, иод һәм көкөртлө водород концентрациялары (9 мг/л тиклем) хас. Аномаль һыуҙар һәм тәрәндәге тоҙло һыуҙар араһындағы бәйләнеш бромдың (9 мг/л тиклем) һәм иодтың (0,04 мг/л тиклем) концентрацияһы м‑н билдәләнә, ул өҫкө ҡат һыуҙарындағы концентрацияға ҡарағанда 1—2 тапҡырға юғарыраҡ була. Сульфид концентрацияһы 700—1000 мг/л тиклем булған поликомпонентлы көкөртлө водородлы борлы, иод‑бромлы хлоридлы натрийлы тоҙло һыуҙар Ағиҙел депрессияһының төньяғында 300—500 м, Ишембай ҡ. янында 700—800 м тиклем тәрәнлектәге риф массивтарында асыла.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019