Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ ДӘҮЛӘТ ФИЗИК КУЛЬТУРА УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 614

УРАЛ ДӘҮЛӘТ ФИЗИК КУЛЬТУРА УНИВЕРСИТЕТЫ. Силәбе ҡ. урынлашҡан.

Башҡорт физик культура институты (филиал) 1989 й. Өфөлә уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1994 й. башлап ситтән тороп уҡыу ф‑ты, 2000 й. — филиал, 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ин‑т составына 3 ф‑т (адаптив физик культура, соц.‑мәҙәни сервис һәм туризм, тренерлыҡ‑уҡытыусылыҡ), мед.‑биол. диагностика һәм спорт психологияһы лаб.; мәғлүмәт‑хисаплау, ғилми‑тикшеренеү, ауырыуҙар һәм инвалидтарҙы реабилитациялау, редакция‑нәшриәт үҙәктәре инә. Китапханаһы, спорт һәм туристик клубтары бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр, магистр дәрәжәләре бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 3 йүнәлеш һәм 4 һөнәр б‑са алып барыла. 1 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. Уҡытыусылар араһында 10 фән д‑ры һәм 55 фән канд. (2009). 3 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. БР, РФ вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ин‑тта йыл һайын 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителә. Дир.: А.А.Кондояниди (1989 й. алып), П.С.Горулёв (1999 й. алып). Ин‑т бинаһы (Коммунистик урам, 67; 20 б. башында төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы.

Стәрлетамаҡ физик культура институты (филиал) 1996 й. факультет булараҡ асыла, 1999 й. башлап филиал, 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Китапханаһы, спорт комплексы, стадионы бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 4 йүнәлеш һәм 4 һөнәр б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 28 фән канд. (2009). 3 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән. РФ, БР вуздары, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — М.Б.Мусаҡаев (1996 й. алып).

П.С.Горулёв, М.Б.Мусаҡаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019