Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ‑БАТЫР, ҡытай шыҡтымы сорты

Просмотров: 372

УРАЛ‑БАТЫР, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, А.А.Реут (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Victoire de la Marne сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡуйы япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 70 см тиклем. Һабағы нәҙек. Япрағы уртаса оҙонлоҡта, ҡуйы йәшел төҫтә, ялтыр, өс тапҡыр өсәрле. Сәскәһе (42‑гә тиклем) ҡатмарлы таж япраҡлы, ҡыҙыл төҫтә, диам. 14 см тиклем. Еҫе көслө. Сәскә һабы ныҡ. Уртаса һуң өлгөрә, июнь аҙағында сәскә ата (10—11 көн). Декоративлығы 94 балл. Емеше күп япраҡлы. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро — 155 көнгә тиклем. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә — йәшел һабаҡтары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова, А.А.Реут

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019