Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛСИБ”

Просмотров: 384

“УРАЛСИБ” б а н к, ААЙ. “У.” Өфө филиалының 150 һатыу офисы, БР ҡалаларында һәм райондарында 694 банкоматы бар. Һум һәм сит ил валютаһы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Коммерция банкыһы, Банкылар), иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын, ашығыс аҡса күсереүҙе, инкассацияны, брокер хеҙмәттәрен, тәңкә һәм аҫыл таштарҙан ҡойолмалар һатыуҙы тормошҡа ашыра, сейф ячейкаларын ҡуртымға биреү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә. 2009 й. 2800 кеше эшләгән. 1993 й. “Башкредитбанк” респ. инвестиция-кредит банкыһы булараҡ асыла, 1998 й. алып ААЙ, 2002 й. башлап Урал‑Себер Банкыһы, 2005 й. — “УРАЛСИБ” Финанс корпорацияһы составындағы “УРАЛСИБ банкыһы” ААЙ‑ның Өфө филиалы.

 

 

 

 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019