Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛТАУ, һырт

Просмотров: 680

УРАЛТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Волга һәм Урал йй. басс. һыу айырғысы. БР‑ҙың Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнсығышта субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 300 км, көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәренең киңлеге 10—12 км, үҙәк өлөшөнөң — 20—22 км, абс. бейеклеге 1068 м (Әрүәк‑Рәз тауы). Бейеклектәре 600—1068 м еткән бер нисә түбәһе бар (Ағастат, Баранғол, Ҡолбаҡ, Ҡурташтау, Сейәлеҡул, Талышин ташы, Танотмыш һ.б. тауҙар). Рельефы уртаса бейеклектәге һәм тәпәш тауҙарҙан тора, тау араһындағы уйпатлыҡтары булған параллель тау теҙмәләре, арҡалар һәм сусаҡтар системаһынан, түбәләрендә — ҡалдыҡ тауҙар һәм курумдарҙан ғибәрәт; йылға үҙәндәре ҡыҫҡа, һай, арҡырыға йәйелгән урындары бар. Мәҡсүт метаморфик комплексының һәм һәүәнәк метаморфик комплексының метаморфланған һәүерташтарынан һәм кварциттарынан, вендтың граниттарынан тора; тектоник яҡтан Уралтау зонаһын кәүҙәләндерә. Һыртта Әрүәк, Оло Рәз, Сейәлеҡул, Ҡағы, Рәз, Үткәл (Ағиҙел й. басс.), Миндәк, Һаҡмар, Урҙы (Урал й. басс.) һ.б. йылғалар башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 850—900 м тиклем ҡарағай, ҡайын урмандары һәм болондар, юғарыраҡ — болондар м‑н бергә һирәк ҡарағай‑ҡайын урмандары таралған. Һырттың субмеридиональ йүнәлеше ландшафтың төньяҡтан көньяҡҡа табан үҙгәреүенә килтерә: төньяҡ өлөшөнә (иң бейек һәм йырғыланған өлөшө) кәҫле көлһыу тау тупрағындағы ҡарағас ҡатыш асыҡ ылыҫлы тайга, кәҫле тупраҡтағы һирәк урман һәм таулы болондар хас; үҙәк өлөшө (түбән өлөшө) — кәҫле көлһыу һәм һоро урман‑тау тупраҡтарындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан, көньяҡ өлөшө (тәпәш һәм тигеҙләнгән) һоро урман тупрағындағы ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандарынан ғибәрәт; уйпатлыҡтарҙа һәм йылға үҙәндәрендә — болон‑ҡара тупраҡтағы болондарҙан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәре Башҡорт ҡурсаулығы, төньяҡ‑көнсығышы — Уралтау заказнигы терр‑яларында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019