Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 446

УРАЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 722 кеше; 1959 – 946; 1989 — 1938; 2002 – 1856; 2010 – 1717 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, “Ирәмәл” балалар ижады үҙәге (“Ирәмәл” бейеү ансамбле), балалар баҡсаһы, “Байрамғол” спорт клубы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Байрамғол с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. — хәҙ. статусын ала. Ғ.Ғ.Ишбаев, А.С.Сиражетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019