УРБАНИЗАЦИЯ
УРБАНИЗАЦИЯ (лат. urbanus — ҡала), ҡ а л а л а ш ы у, йәмғиәт үҫешендә һәм ҡалала йәшәү рәүешен таратыуҙа ҡалаларҙың ролен арттырыу процесы. Етештереү көстәрен урынлаштырыуҙағы, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығындағы, соц.‑проф. һәм демографик структуралағы, йәшәү рәүешендәге, халыҡ мәҙәниәтендәге һ.б. үҙгәрештәрҙе үҙ эсенә ала. У. тарихи йәмғиәт формалары һәм терр. хеҙмәт бүленеше нигеҙендә барлыҡҡа килә. У. үҫеүе ҡала халҡының тәбиғи үҫеше, ҡала тирәһендәге терр‑яларҙы (ҡасабалар, ауылдар) ҡала эсенә индереү йәки адм. буйһондороу, ауыл торама пункттарын ҡала торама пункттарына әйләндереү, халыҡтың ауыл еренән ҡалаға миграцияһы м‑н бәйле. У. халыҡтың ҙур ҡалаларҙа тупланыуы (100 мең кешенән ашыу) һәм уларҙың нигеҙендә ҙур ҡала агломерациялары, урбанизацияланған киң райондарҙың формалашыуы хас, был халыҡтың яңы таралып ултырыу формалары һәм ҡалала йәшәү рәүешенең таралыуы м‑н бәйле. Башҡортостанда ҡала халҡының өлөшө (%): 1897 й. — 4,0; 1913 — 5,3; 1926 — 9,0; 1939 — 17,1; 1959 — 38,4; 1970 — 48,2; 1979 — 56,8; 1989 — 63,8; 2002 — 64,1; 2006 — 60,0; 2010 — 60,4; 2016 — 61,8. 1939—59 йй. ҡала халҡы һанының тиҙ үҫеүе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡалаларға СССР‑ҙың көнбайыш райондарынан сәнәғәт пр‑тиеларын, халыҡтың күпселеген (ҡара: Ҡала һәм ауыл халҡы) эвакуациялау, 1959—70 йй. респ. сәнәғәт үҫеше м‑н бәйле. 90‑сы йй. иҡт. кризис һөҙөмтәһендә сәнәғәт етештереү ҡырҡа түбәнәйә, был ҡала халҡы һанының тотороҡланыуына килтерә. 2000 йй. респ. башлыса адм.‑терр. үҙгәрештәргә бәйле У. күләменең кәмеүе күҙәтелә: 2004 й. ҡала тибындағы 40 ҡасабаның 37‑һе ауыл торама пунктына үҙгәртелә. Респ. ҡала халҡы башлыса Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡҡ. йәшәй; Өфө агломерацияһы барлыҡҡа килә, Стәрлетамаҡ‑Салауат агломерацияһы, Магнитогорск агломерацияһының ҡала яны зонаһының бер өлөшө формалаша. 2016 й. башына БР б‑са У. уртаса кимәле 62,0% тәшкил итә (РФ б‑са — 73,0%).
И.Э.Мөхәмәтнуров
Тәрж. З.Б.Латипова