Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРҘАЙБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 337

УРҘАЙБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Урҙай й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2387 кеше; 1920 – 2337; 1939 – 1525; 1959 – 1045; 1989 – 792; 2002 – 756; 2010 – 713 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Боғаҙы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Урҙайбаш исеме м‑н нигеҙ һала, 1793 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр төпләнгән). Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 55 йортта 287 кеше йәшәгән, 1865 й. 215 йортта — 1198 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 9 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Д.Ә.Ғәйнанов, Ғ.Х.Миңлебаев, М.Ғ.Мәүлитова ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019