Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН МӘКТӘБЕ

Просмотров: 309

УРМАН МӘКТӘБЕ, урман кондукторҙары әҙерләү өсөн ойошторолған ябыҡ башланғыс а.х. уҡыу йорто. 1888 й. Минзәлә өйәҙе Биклән а. асыла. Игенселек һәм дәүләт милке министрлығы ҡарамағында була; бөтә ҡатламдарға тәғәйенләнгән. Уҡыу курсы — 2 йыл. 16 йәше тулған, 2 класлы ауыл уч‑щеһын тамамлаған үҫмер егеттәр урыҫ теле, арифметика, геом., геогр. һәм тарих б‑са ҡабул итеү имтихандары нигеҙендә алына. Бөтәһе 20 кеше уҡытыла, шуларҙың 15‑е ҡаҙна иҫәбенә, 5‑е түләп уҡый (йылына 150 һум). Уҡыу программаһы ҡала училищеһы программаһына ярашлы була, ш. уҡ махсус фәндәр уҡытыла: ағас үлсәү һәм урманды файҙаланыу б‑са ҡыҫҡа курс м‑н урмансылыҡ нигеҙҙәре, һыҙма м‑н төҙөлөш сәнғәте б‑са башланғыс мәғлүмәттәр, урман закондары, эш башҡарыу, һунар т‑да мәғлүмәт биреү. Практик әҙерлеккә төбәкте төшөрөү һәм нивелирлау, техник сметалар, һыҙымдар төҙөү, делянкаларҙы баһалау, эш башҡарыуҙы алып барыу инә. Ҡаҙна иҫәбендә уҡыған тамамлаусылар урман ведомствоһында 3 йыл хеҙмәт итергә тейеш була. 1894 й. 12 уҡыусының 4‑әүһе — дворяндар, чиновниктар һәм хәрбиҙәр, 3‑әүһе — мещандар һәм 5‑әүһе крәҫтиәндәр вәкиле була. 200‑гә яҡын белгес әҙерләнгән. 1921 й. У.м. ТАССР‑ҙың Любяны а. күсерелә һәм техникумға үҙгәртелә.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019