Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 347

УРМАНАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 79 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 – 381; 1939 — 404; 1959 — 364; 1989 — 330; 2002 — 273; 2010 — 256 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Юрмый улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып билдәле. 19 б. 1‑се ярт. бында ш. уҡ типтәрҙәр иҫәпкә алынған. Улус старшинаһы Урманай Ураҙаев исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 18 б. аҙ. Яңы Урманай а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны Урманай а.) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Урманай булараҡ теркәлгән. 1865 й. 57 йортта 328 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019