Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р-нындағы ауыл

Просмотров: 502

УРМАН‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р-нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Cтәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 – 446; 1939 — 501; 1959 — 747; 1989 — 600; 2002 — 715; 2010 — 613 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, етем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡуңҡаҙай исеме (тәүге төпләнеүсе Ҡуңҡаҙай Әҙеғолов исеменән) м‑н нигеҙ һала, 1757 й. алып билдәле. Шулай уҡ Бишҡаҙаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 16 йортта 92 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 283 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Д.И.Иманғолов, С.Ғ.Иманғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019