Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 391

УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, 1 ‑ с е А т а у т а м а ҡ. Салауат р‑ны Урмантау а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон һәм туннель формаһындағы коридорҙарҙан торған лабиринттан ғибәрәт. Оҙонлоғо 621 м, тәрәнлеге 36 м, уртаса киңлеге 2,0 м, уртаса бейеклеге 3,7 м, амплитудаһы 36 м, майҙаны 1004 м2, күләме 3767 м3. Тәрән карст упҡынындағы мәмерйә ауыҙынан (киңлеге 1,0 м, бейеклеге 1,5 м) һикәлтәләр һәм ҡоҙоҡтар м‑н берләшкән 2 ҡатлы коридорҙар лабиринты башлана. Иҙәне балсыҡ, ваҡ таштар м‑н ҡапланған; үтә туйындырылған ҡабыҡ һымаҡ һарҡымдар, сталактиттар һәм сталагмиттар бар. Мәмерйә ҡоро, ауыҙы эргәһендә йәйгә тиклем боҙ һаҡлана. Ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019