Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРСАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 411

УРСАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 214 кеше; 1920 — 288; 1939 — 244; 1959 — 181; 1989 — 99; 2002 — 99; 2010 — 106 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1632 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 18 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. 13 йортта — 74 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019