Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРТА ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 403

УРТА ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 180 кеше; 1920 — 264; 1939 — 316; 1959 — 320; 1989 — 188; 2002 — 201; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы Оло һәм Кесе Хәжәт аа. (хәҙ. Үрге Хәжәт һәм Түб. Хәжәт аа.) башҡорттары нигеҙ һала, 1834 й. алып Хәжәт исеме м‑н билдәле. 1896 й. (хәҙ. исемдә) 22 йортта 95 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, ат м‑н ярма ярғыс булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019