Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЪЯҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 386

УРЪЯҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 17 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1925 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1121; 1959 — 508; 1989 — 335; 2002 — 264; 2010 — 221 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1672 й. Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Сабай исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 141 йортта 904 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.Т.Ҡайбышев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019