Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ҺАҪЫҠКҮЛЕ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 306

УРЫҪ ҺАҪЫҠКҮЛЕ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 989; 1939 — 1225; 1959 — 838; 1989 — 397; 2002 — 395; 2010 — 338 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡкүл урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1802 й. Богоявленск заводы эргәһендәге торама булараҡ Бекетовтарҙың Владимир губ. күсерелгән крепостной крәҫтиәндәре (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) нигеҙ һала. 1865 й. Һаҫыҡкүл а. (Урыҫ Һаҫыҡкүле) булараҡ иҫәпкә алынған, 95 йортта 546 кеше йәшәгән. Умарт‑ҡ, игенселек, балта эше, көршәк яһау кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр, з‑дта эшләгәндәр. 1906 й. сиркәү (1886 й. һалынған), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете булған. А.Ф.Ковальский ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019