Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ЮРТАҠ ТОҠОМО

Просмотров: 408

УРЫҪ ЮРТАҠ ТОҠОМО, еңел аттар тоҡомо. Тоҡом эсендә еген (ҙур) һәм спорт (уртаса) төрҙәре бар. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә Орлов юртаҡ тоҡомо бейәләрен Америка юртаҡ тоҡомо айғырҙары м‑н ҡасырып сығарыла, ҡатнаш тоҡомдар “үҙ эсендә” үрсетелә, ш. уҡ Орлов юртаҡ тоҡомо һәм Америка юртағы айғырҙары м‑н яңыртыу ҡасырыуы үткәрелә. Эре, килешле төҙөлөшлө, ныҡлы һөйәкле, яҡшы үҫешкән мускулатуралы хайуан. Башы еңел, тура профилле. Муйыны тура, мускуллы, мундаһы яҡшы үҫешкән, арҡаһы оҙон һәм төҙ, осаһы мускуллы, киң. Аяҡтары ныҡ, тарамыштары яҡшы үҫешкән, ғәҙәттә, дөрөҫ ҡуйылған, алғы аяҡтарының салышлығы осрай. Ялы һәм ҡойроғо уртаса ҡуйылыҡта. Айғырҙарҙың уртаса үлсәмдәре (см): мундаһының бейеклеге 162, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 163, күкрәк әйләнәһе 184, енсек әйләнәһе 20; бейәләрҙеке — ошоға ярашлы 160, 161, 183, 19,5. Иң күп таралған төҫтәре: туры, ҡара, һирәгерәк тимер күк һәм ерән. Мал тиҙ өлгөрөүе м‑н айырыла. У.ю.т. аттары ат спортында, а.х. һәм транспорт эштәрендә файҙаланыла. Йылдамлыҡ рекордтары: 1600 м — 1 мин 56 с, 2400 м — 3 мин 3 с, 3200 м — 4 мин 6,1 с. Башҡортостанға У.ю.т. 30‑сы йй. ат спортында файҙаланыу һәм башҡорт аты м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. Тоҡом аттарының һаны — 200‑ҙән ашыу (2007). Саф тоҡомло малдар 119‑сы Өфө йылҡысылыҡ з‑дында, “Өфө” завод ат аҙбарында, Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында, Илеш р‑нының «“Андреевка” тоҡомсолоҡ хужалығы» ЯАЙ‑нда, ат спорты клубтарында аҫрала. 1954—2007 йй. Башҡортостан хужалыҡтарында 14 супер элита юртағы үҫтерелә, 3 юртаҡ тарафынан 1600 м дистанцияла бөтә Союз рекордтары ҡуйыла.

В.В.Иҙиәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019