Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ‑БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

Просмотров: 344

УРЫҪ‑БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. 60‑сы йй. — 1918 й. башҡорт балалары өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу учреждениелары (ҡара: Башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр). Башҡорттар тупланып йәшәгән торама пункттарҙа (Өфө, Ырымбур, Пермь, Ҡазан, Вятка һ.б. губерналар) таралыу ала. Бер класлы уч‑щеларҙың уҡыу программаһына урыҫ теле (телмәр, уҡыу, грамматика), башҡорт теле (уҡыу, яҙыу, грамматика), арифметика, таҙа яҙыу, мосолман дин ғилеме, йыр, гимнастика, ҡул эше (ҡыҙҙар өсөн), ике класлы уч‑щеларҙа ш. уҡ Рәсәй тарихы, география, тәбиғәт белеме, һыҙма һәм геометрия нигеҙҙәре инә. Урыҫ телен белгән башҡорттар һәм татарҙар йәки башҡ. телен белгән урыҫтар, дин ғилеменән мосолман руханиҙары уҡыта. Тәүҙә уҡытыу туған телдә, аҙаҡ урыҫ телендә алып барыла. Төрки һәм ғәрәп графикаһы нигеҙендәге уҡыу әҙәбиәте, ш. иҫ. А.Г.Бессоновтың “Башҡорттар өсөн әлифба”һы (“Букварь для башкир”), В.В.Катаринскийҙың “Ҡыҫҡаса урыҫса‑башҡортса һүҙлеге” (“Краткий русско‑башкирский словарь”) һәм “Башҡортса‑урыҫса һүҙлеге” (“Башкирско‑русский словарь”) ҡулланыла. Өфө губернаһында 1899 й. 96, 1911 — 166, 1915 й. 338 У.‑б.х.у. иҫәпләнә. Башлыса Бәләбәй өйәҙендә (72), Златоуст өйәҙендә (33 башҡа милләттәр өсөн мәктәптең 18‑е) урынлашҡан.

Әҙәб.: Е н и к е е в А.А. Русско‑башкирская начальная школа в дореволюционной Башкирии. Уфа, 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019