Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪҺАҘ, һаҙлыҡ

Просмотров: 360

УРЫҪҺАҘ, Кама й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Ҡыҙғау а. көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Кама й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1131,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,7 м, эшкәртелмәгән торф запасы 3752,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡара ерек, тал, ябай муйыл, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, бесәй үләне, кәкүкбаш, урман шыма ҡурайы, һаҙҡанат һ.б. үҫә. Ҡабан, мышы, һеләүһен, ҡара төйлөгән, ҡуҡый, ялан торомтайы һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар — аҡ сикәле ҡарағаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мөншөгөр, мәрйенгүҙ, һоро торна, һуна өйрәк һ.б. туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019