Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪАҠ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 357

УҪАҠ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 262 кеше; 1920 — 287; 1939 — 296; 1959 — 290; 1989 — 219; 2002 — 212; 2010 — 223 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙендә мариҙар нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 29 йортта 156 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Осык, Олек‑Шопкер исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. Н.В.Алексеев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019