Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪАҠЛЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 611

УҪАҠЛЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 9 кеше; 1939 — 49; 1959 — 241; 1989 — 300; 2002 — 226; 2010 — 217 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Шишкин утары урынында Уҫаҡлы кордоны булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып Уҫаҡлы ҡасабаһы булараҡ теркәлә, 80‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019