Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪМАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 389

УҪМАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 413 кеше; 1920 — 363; 1939 — 330; 1959 – 297; 1989 — 183; 2002 — 172; 2010 — 165 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға 1705 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар Түб. Мәҫәле булараҡ нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. Түрҫәгәҙе, Түрҫәгәҙе‑Уҫман булараҡ теркәлгән. 1810 й. ш. уҡ шарттарҙа бында Сембер губ. Ҡурмыш өйәҙенең Миҙән а. хеҙмәтле татарҙары килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Усман Ишемов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Тос‑Усман исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 28 йортта 182 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.М.Ризуанов ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019