Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪМАН, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 346

УҪМАН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Һәйроҡто й. (Мәндем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 675 кеше; 1920 — 675; 1939 — 521; 1959 — 441; 1989 — 397; 2002 — 302; 2010 — 246 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ҡыҙрай Усманов билдәле. 1795 й. 45 йортта 191 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 501 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете булған. Шулай уҡ Яңы Уҫман булараҡ теркәлгән. У. эргәһендәге Һәйроҡто й. йылға бағыры ҡурсаулығы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019