Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪМАН, Ҡ а ҙ м о р о н, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 528

УҪМАН, Ҡ а ҙ м о р о н, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Төрөмбәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 — 395; 1939 — 248; 1959 — 210; 1989 — 251; 2002 — 312; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Степановка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Усман Ибраһимов исеме м‑н аталған (ҡара: Ибраһимовтар). 1865 й. 3 йортта 170 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Ауыл эргәһендә Усман торамалары табылған.

М.Х.Сафин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019