Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪМАНҒӘЛЕ, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 344

УҪМАНҒӘЛЕ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 101 км һәм Инйәр т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 278 кеше; 1920 — 323; 1939 — 386; 1959 — 538; 1989 — 326; 2002 — 374; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Инйәр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әлимғол Уҫманғәлин билдәле. Шулай уҡ Өшөрә, Ҡаҙмаш исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 19 йортта 106 кеше йәшәгән, 1866 й. 39 йортта — 200 кеше. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, пристань булған. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 40‑сы йй. У. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Яңы Уҫманғәле а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019