Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВ Искәндәр Йософ улы

Просмотров: 340

УСМАНОВ Искәндәр Йософ улы (15.10.1950, Өфө), үҫемлектәр физиологы, эколог. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Й.А.Усмановтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Биол. ин‑тында (1990 й. алып төп ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1989 й. башлап БДУ‑ның үҫемлектәр физиол. каф. мөдире, 2008 й. — ӨДИСА‑ның Туризм һәм коммуникация ин‑ты дир., 2015 й. алып ӨДНТУ‑ның Иҡтисад һәм сервис ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең ҡулайлашыу стратегияларының төрлө типтары формалашыуы механизмдарын, дарыу үҫемлектәренең экологияһы һәм физиол. активлығын өйрәнеүгә; Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.); Лекарственные растения Башкортостана. Биология и основы органического растениеводства. Уфа, 2002 (авторҙ.); Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019