УСМАНОВ Хәйрулла Абдрахман улы
339
УСМАНОВ Хәйрулла Абдрахман улы (1866—1915), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Ҡазанда мәҙрәсә тамамлаған. Ырымбур өйәҙе Сәйет посадының указлы муллаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 1907 й. һуң Сәйет биҫтәһе ахуны. Уҡытыу-тәрбиә һәм хәйриә учреждениелары м‑н етәкселек итеү б‑са махсус попечителдәр советы ағзаһы. 4‑се Рәсәй мосолмандары съезында (С.‑Петербург, 1914 й. июне) ҡатнашҡан.
Л.Ә.Ямаева
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: