УСМАНОВА Клара Фуат ҡыҙы
УСМАНОВА Клара Фуат ҡыҙы (18.4.1952, Ҡустанай ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1966). Л.Ф.Усманованың һеңлеһе. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1997 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире), 2002 й. башлап Төмән а.х. акад. соц.‑иҡт. фәндәре каф. мөдире. 2007 й. алып Магнитогорск техник ун‑тында: иҡтисад һәм коммерция каф., 2016 й. башлап бухгалтерия иҫәбе һәм иҡт. анализ каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ үҫешенә, етештереү процестарының иҡт. механизмына арналған. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Рыночная стратегия предпринимательства. Екатеринбург, 1994 (авторҙ.); Основы предпринимательства. Уфа, 1998; Организация предпринимательской деятельности. Магнитогорск, 2014.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев